«Ағиҙел» журналы | журнал «Агидель»

@agidel_rb
Фото «Ағиҙел»дәр Фәрзәнә Утарбаеваның яңы фильмын ҡарап ҡайтты Режиссер Фәрзәнә Утарбаева Мәскәүҙә Кинематография һәм театр сәнғәте академияһын тамамланы. Кисә Өфөлә уның «Ҡоролоҡ» фильмының трейлеры халыҡҡа күрһәтелде. Был фильмға атаҡлы актер Никита Михалков үҙе юғары баһа биргәйне. «Замечательная картина!» тип әйтте Михалков Фәрзәнәгә диплом тапшырған мәлдә. «Ҡоролоҡ» тип аталған ҡыҫҡа метрлы фильм башҡорт яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин хикәйәһенә нигеҙләнгән. Ул - Фәрзәнә Утарбаеваның һәм продюсер Алһыу Абдуллинаның академияла уҡыуҙа төшөргән диплом эше.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал