АМАНАТ журналы

@amanatrb
Фото Азалия Ғәйетбаева халыҡ-ара ижади конкурста еңеү яулаған!   Азалия Ғәйетбаева Өфөләге Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия-интернатта уҡый.  Ул бейергә ярата. Гимназиялағы “Байлыҡ” ансамблендә шөғөлләнә. Коллективҡа Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Илүзә Ноғоманова етәкселек итә.   Талантлы, тырыш  ҡыҙ Азалия яңыраҡ Мәскәүҙә “Берега надежды” тигән Икенсе халыҡ-ара конкурста ҡатнашҡан һәм 13–15 йәшлектәр төркөмөндә  “Хореография” номинацияһында 1-се дәрәжә лауреатлыҡ яулаған. Азалия “Бәхет ҡошо” тигән бейеүҙе башҡарған.   Социаль селтәрҙәрҙә Азалия Ғәйетбаева – Сибай ҡыҙы тип яҙалар. Яҡташтары ла йәш бейеүсе менән ғорурланалыр.   Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-06-17/azaliya-yetbaeva-haly-ara-izhadi-konkursta-e-e-yaula-an-4722080
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал