"Ашҡаҙар" гәзите | Газета "Ашкадар"
31 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 31-се ултырышында ҡатнашты, унда республика Хөкүмәтенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет тыңланылар. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тәҡдим итте, шунан һуң депутаттарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
📌 Журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең 2025 йылдағы эшмәкәрлеген юғары баһаланы.
– Ярайһы уҡ һөҙөмтәле эш. Бер нисә төп күрһәткестәргә иғтибар итергә теләйем. Беренсеһе – тулайым төбәк продуктын арттырыу. Беҙҙә үҫеш темптары юғары, был иҡтисад торошон сағылдыра. Икенсеһе – инвестициялар үҫеше. Беҙ уларҙың ете йыл дауамында өҙлөкһөҙ артыуын тәьмин итәбеҙ. Тағы бер күрһәткес – бюджетыбыҙҙы арттырыу. Ул дефицитлы булып ҡала, әммә бында билдәле бер балансты һаҡлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте, шул иҫәптән милли проекттарҙы һәм дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән берҙәм эшләүҙе билдәләне.
– Беҙ социаль өлкәгә йүнәлтелгән федераль дотациялар һәм субсидиялар күләмен арттырҙыҡ. Дөйөм алғанда, төбәк алдында торған бурыстарҙы уңышлы үтәнек. Киләсәктә көсөбөҙҙө элек билдәләгән өҫтөнлөктәргә йүнәлтәйек. Был махсус хәрби операцияға ярҙам итеү һәм республиканың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Беҙҙең иҡтисад етди глобаль проблемаларға юлыҡҡан, һәм беҙ уларға яуап биреүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тип аңлатты Радий Хәбиров.
Быйыл хәл итергә тейешле мәсьәләләр спектры ла шул уҡ кимәлдә ҡаласаҡ, тип асыҡлыҡ индерҙе Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта уларҙың иң мөһиме — МХО-ла еңер өсөн барыһын да эшләү. Яугирҙәргә һөҙөмтәле ярҙам итеү өсөн яҡшы эшләгән иҡтисад кәрәк. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал