"Ашҡаҙар" гәзите | Газета "Ашкадар"
УҠЫТЫУСЫЛАР МЕНӘН ТӘРБИӘСЕЛӘРҘЕ БЕР ЮЛЫ ҘУРЛАНЫЛАР
Ҡала мәҙәниәт һарайында педагогик хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләнеләр. Байрам халыҡ-ара уҡытыусылар көнөнә һәм мәктәпкәсә хеҙмәткәрҙәр көнөнә арналды. Ҡотлау һүҙҙәре менән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шаймараданов мөрәжәғәт итте. Ул балаларға үҙ тормош юлын табырға ярҙам иткән уҡытыусыларҙың хеҙмәтенең мөһимлеген һәм ҡиммәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Балаларға донъяны асырға ярҙам итәһегеҙ, дуҫлашырға, хыялланырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға, үҙ көсөгөҙгә ышанырға һәм үҙ ғәмәлдәрегеҙ өсөн яуап бирергә өйрәтәһегеҙ. Тап һеҙҙең эргәлә кешенең характеры формалаша, уның киләсәк уңыштарына һәм ҡаҙаныштарына нигеҙ һалына. Көндәлек хеҙмәтегеҙ, балаларға биргән күңел йылылығығыҙ, ҡалабыҙҙа белем биреүҙе заманса һәм сифатлы итергә тырышыуығыҙ өсөн рәхмәт, - тип рәхмәт белдерҙе хакимиәт башлығы. Эмиль Владиславович һәм Стәрлетамаҡ педагогтарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Әйткәндәй, улар араһында уның беренсе уҡытыусыһы ла бар ине.
Стәрлетамаҡтарҙы байрамдар менән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин Һәм Рәсәй федерацияһы милли гвардия ғәскәрҙәре академияһының Жуков ордены хәрби начальнигы, генерал-лейтенант Андрей Кийко ҡотланы. Улар шулай уҡ уҡытыусыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантаналы сара барышында педагогик хеҙмәт ветерандарына рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны, уларҙың күбеһе мәғариф системаһына бөтә ғүмерҙәрен бағышлаған. Педагогик династиялар вәкилдәрен хөрмәтләйҙәр, ҡайһы бер ғаиләләрҙең дөйөм стажы йөҙәрләгән йылдар иҫәпләнә. Сара байрам концерты менән аралаштырылып алып барылды. Бында алып барыусының да йор һүҙле булыуына иғтибар итмәйенсә булмай – сөнки бик оҙаҡҡа һуҙылған бүләкләү церемонияһын юмор менән ҡатыштырып алып барыу барыһына ла оҡшана. Хатта Өфө ҡунағы Айбулат Хажин : «Мин ике һөнәрҙе – уҡытыусы һәм врачты Хоҙайҙан бирелә тип уйлай инем, Фаилгә ҡарап алып барыусы һөнәренең – тап шулай икәненә инандым» тине. Был һүҙҙәр Фаил Исхаковтың оҫталығын тағы ла бер тапҡыр дәлилләне. Әйткәндәй, ул да бит беҙҙең «Уҡытыусылар институтының» тарих фауцльтетын тамамлаған егет бит ул! Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр көнө менән һеҙҙе, хөрмәтле педагогтар!
Р,ҒАЯЗОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлегенән алынды. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал