Атайсал

@ataysalgazeta
Фото Йəйге миҙгелде оҙатыу... Милли йәйәнән уҡ атыу ярыштарының йәйге миҙгелен асыу апрель айында Әбйәлил районында “Сура батыр”иҫтәлегенә үткәрелгән асыҡ турнир менән башланып китһә, октябрь айында, көҙгө һыуыҡтар башланғас, йылдағыса үлəн өҫтөндə үткəн ярыштарҙы тамамлап, "йəйге миҙгелде оҙатыу" тип һуңғы ярыш була. Быйыл Əбйəлил районының үҙəге Асҡар ауылында ойошторолдо был “йәйге миҙгелде ябыу” асыҡ турниры. Төбəктең шəхесе Бейеш батыр иҫтəлегенə һәм Республика көнөнә арналған был турнирға Баймаҡ, Учалы, Ауырғаҙы, Әбйәлил райондарынан һәм Сибай, Белорет, Күмертау, Өфө ҡалаларынан иң көслө уҡсылар йыйылды. Уҡсылар ике йəш айырмаһына бүленде. 60 йəшкə тиклемге ир-егеттəр һəм 60 йəштəн өлкəн аҡһаҡалдар, ə ҡатын-ҡыҙҙар үҙ сиратында 55 йəшкə тиклемге йəш ҡыҙҙар һəм 55 йəштəн өлкəн апайҙар. Этаптарға килгəндə алыҫ дистанциялар ҡуйылды. 30 метрҙан "Көмбəҙ", 40 метрҙан "Тəкə-бута", 50 метрҙан "Ҡалҡан", 60/70 метрҙан "Төрөк путаһы". Ошо сəптəргə атып сыҡҡандан һуң башланды иң ҡыҙыу мəле. Призлы урындарҙы алыу өсөн финал этаптары. Финалдарға иң күп мəрəй йыйыусы 16 уҡсы сыға һəм артабан үҙ-ара атыша. 50 метрҙағы "Ҡалҡан" сəбенə 10 уҡ менəн 3 тапҡыр атып мөмкин тиклем күберəк мəрəй йыйыу бурысы торҙо. Оҙайлы ғына атыштарҙан һуң ир-егеттәр араһынан барлыҡ дəғүəселəрен еңеп Баймаҡ уҡсылары Ғəфүр Рахманғолов менəн Гөлгөнə Ҡолһарина турнирҙың еңеүселəре булып сыҡтылар. 2 урында йәш уҡсы Ғайсин Батырхан, 3 урынды Өфө уҡсыһы Килдебаев Рәсил яуланы. Ә ҡатын -ҡыҙзар араһында 2-3 урынды Вәлиева Динә (Учалы районы)менән Ғәлиуллина Айгөл (Белорет ҡалаһы)бүлештеләр. 60 йәштән өлкән уҡсылар араһында иң күп мәрәй йыйып Әбйәлил уҡсыһы Шарафутдинов Камил еңеп сыҡты. 2-3 урынды Иҫәнюлов Дамир һәм Фазлетдинов Салауат бүлештеләр.Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Хәлилова Миләүшә 1 урын, Мотаева Рәмилә 2 яуланы. Әйткәндәй был йәш айырмаһы уҡсыларына бағымсы Әбйәлил уҡсыһы Гальфауров Вилюр булды. Шулай уҡ, Мəргəн кубогының сираттағы этабы үтте. Иҫегеҙгə төшөрөп үтəйек, 1-се этабы Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында, 2-се этабы Күмертау ҡалаһында үтһə, 3-сөһө Силəбе өлкəһенең Ҡоншаҡ районында үтте. 93 метрҙан "Башҡорт атышы" буйынса Ғəфүр Рахманғолов менəн Тимур Өмөтбаев юғары мəргəнлек күрһəтеп 1-се һəм 2-се урынды бүлеште. 3-сө урында йәнә Өфө егете Рәсил Килдебаев. Ҡатындар араһында 1-2 урындарҙы Әбйәлил үксылары Дәүләтова Гүзәлиә менән Халилова Миләүшә бүлешһә, 3 урында Вәлиева Динә (Учалы районы) яулауға өлгәште.. Дөйөм йомғаҡ федерацияның ултырышында буласаҡ. Ярыш барашында Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Әминев Айрат Зиннәт улының килеп уҡсыларҙы тәбрикләүе ярышҡа тағы ла бер йәм өҫтәне. Районда уҡ атыуҙы үҫтереүгә тос өлөш индергән уҡсылар Шарафутдинов Камил һәм Гальфауров Вилюргә район администрацияһының Рәхмәт хаты тапшырылды. Айрат Зиннәт улы уҡсылар менән әңгәмә алып барҙы, уҡ атыуҙы районда үҫтереү буйынса үҙенең пландарын белдерҙе, ҡулына ян алып уҡ атып ҡараны. Призлы урын алыусылар маҡтау ҡағыҙы (почетная грамота), миҙалдар һәм аҡсалата бүләктар менән тəбрикләнде. Шарафутдинов Камил ағай әҙерләгән махсус бүлəктəр өсөн атыштарҙа Баймаҡ уҡсылары Тимур Өмөтбаев һəм Имангөл Бикбирҙина, Күмертауҙан Наурызбаев Ришат үҙ бүлəктəрен алып һөйөндө. Бүләкләүҙәр тамамланғас уҡсыларҙы тағы ла бер сюрприз көтә ине. "Рәсәй Уҡтары" программаһы сиктәрендә Рәсәй уҡтан атыу федерацияһы исеменән иң актив район уҡсыларына берешәр комплект классик ян һәм һаҙаҡ бүләк ителде. "Рәсәй Уҡтары" программаһы Рәсәй федерацияһы субъекттарында уҡ атыуҙы үҫтереүгә, төрлө йәштәге кешеләрҙе спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә һәм төбәктәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға йүнәлтелгән. Был махсус бүләктәргә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән райондары, Сибай һәм Өфө ҡалалары лайыҡ булды. Ярышты ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән тоғро ярҙамсыларым Шарафутдинов Камил ағайға, Гальфауров Вилюргә, Багаув Рөстәмгә ҙур рəхмəттәремде еткерәм.. Ятып ҡалғансы-атып ҡал!! Автор: Миләушә Халилова.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал