Ауыл уттары

@auyl_utary
Фото Район үҙәкләштерелгән китапханаһында "Мы вместе/ Беҙ бергә" ижтимағи- мәҙәни проекты сиктәрендә яҙыусы яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар союзы ағзаһы Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева менән осрашыу үтте. Милләт - ара татыулыҡты нығытыуға һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән бындай сара Ейәнсура районында үтте лә инде. Яҡын киләсәктә тағы ла ете муниципалитетта - Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Күгәрсен, Учалы һәм Хәйбулла райондарында уҙғарылыуы көтөлә. Ойоштороусылар тарафынан бай программа әҙерләгән, унда урындағы һәм саҡырылған артистарҙың сағыу концерттары, әҙәби-музыкаль кисәләр, шулай уҡ республиканың билдәле яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал