Башҡортостан ҡыҙы

@bashkizi
Фото Хайуандар донъяһынан ҡыҙыҡлы факттар 1. Ҡондоҙҙарҙың теше бер ваҡытта ла үҫеүҙән туҡтамай. Шуға ла улар ағас кимерергә мәжбүр. 3. Филдәр 3 миль алыҫлыҡтан да еҫ һиҙеүгә һәләтле. Улар ҡатын-ҡыҙҙар кеүек менапауза кисергән 3 һѳтимәрҙең береһе. 4. Ҡомаҡтар бик тиҙ үрсей, 18 ай эсендә генә лә ике ҡомаҡ 1 млн.-дан ашыу үрсем булдыра ала. 5. Кешеләрҙән айырмалы рәүештә, һарыҡтар 4 ашҡаҙанға эйә. Уларҙың һәр береһе ашаған аҙыҡты эшкәртергә ярҙам итә. 6. Йылан күҙен йомған хәлдә лә күҙ ҡабаҡтары аша ла күрергә һәләтле. 7. Себендәр уртаса 2-3 аҙна йәшәй. 8. Бәләкәй генә күләүектә лә 50000 үрмәксен йәшәй. Тик йәшел тѳҫтәре арҡаһында уларҙы күреп булмай. 9. Тарантулдар ашамайса 2 йылдан ашыу йәшәй ала. 10. Эттәрҙең тире тәпәйҙәренән бүленеп сыға Шуға ла тиҙерәк һыуыныу ѳсѳн улар иҙәнгә ята. 11. Эттәрҙең күреү һәләте кешеләрҙекенән яҡшыраҡ. Шулай ҙа улар сағыу тѳҫтәр паллитраһын айырмай. 12. Эттәр кешеләрҙең биргән командаһын тѳрлѳ сигнал, жестар ярҙамында тиҙерәк аңлай 13. Сусҡалар һәм кешеләр ҡояшта янған берҙән-бер йән эйәләре 14. Ҡусҡарҙар ашамайынса, эсмәйенсә 3 йыл йоҡлай ала. 15. Фил 4 тубығы булған берҙән-бер хайуан. 16. Бѳтә бесәйҙәр ҙә цитрус еҫен яратмай. 17. Юлбарыҫтарҙың йѳнѳ генә түгел тиреһе лә һыҙатлы. 18. Ер йѳҙѳндәге хайуандарҙың 80% -ы бѳжәк. 19. Гориллалар кешеләр кеүек һыуыҡ үткәреп тә, башҡа тѳрлѳ ауырыруҙар менән дә ауырый. 20. 2-се Бѳтә Донъя һуғышында американлылар ярғананттарҙы бомба ташларға ѳйрәтеп маташа. 21. Әҙ генә миҡдарҙағы алкоголь дә саяндарҙы аҡылдан яҙҙыра. Шул сәбәпле улар үҙ-үҙәрен үлемесле сағыуы ла бар. 22. Баҡһаң, ҡырмыҫҡалар араһында йәшәгән урындарын һаҡлау бурысын һәм бѳтә эште инә ҡырмыҫҡалар башҡара икән. Ата ҡырмыҫҡаларҙың эше - бары тик аталандырыу ғына. 23. Күк киттың ауырлығы 30 филдеке йәки 3 ике ҡатлы автобустыҡы кеүек. 24. Филдең бер теше 9 фунт тарта. 25. 60 һыйырҙан торған кѳтѳү бер тәүлектән аҙыраҡ ваҡыт эсендә 1 тонна һѳт бирә ала. 26. Сиңерткә үҙенең кәүҙәһенән 20 тапҡырға оҙонораҡ алыҫлыҡҡа ырғый ала. 27. Африкала үҙенең ағыуы менән бер юлы алты бесәйҙе үлтерә алған күбәләктәр йәшәй. Эльза Мѳхәмәҙиева әҙерләне. Фото Нәркәс Халиуллина.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал