Башҡортостан ҡыҙы
🍁1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
🍁1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
🍁 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
🍁 Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
🍁 Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
🍁 Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
🍁Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
🍁Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
🍁Көҙөн ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыш ҡаты киләсәк.
🍁 Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
🍁Әгәр көҙ серәкәй осһа, ҡыш йомшаҡ килер.
🍁Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур булһа, ҡыш һалҡын була. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал