Башҡортостан ҡыҙы
Итле - картуфлы бәлеш (пирог)
Ҡамыр өсөн :
- 250 грамм майонез
- 250 грамм ҡала ҡаймағы
- 2 йомортҡа
- 300-350 грамм он
- 0,5 сәй ҡалағы һүндерелгән сода
- тоҙ
Эслеккә::
- 300 грамм фарш
- 400 грамм эре ҡырғыстан үткәрелгән картуф
- һуған
- тоҙ борос
Әҙерләү:
Майонез, ҡаймаҡ, йомортҡа, тоҙҙо ҡушып бутайбыҙ. Сода, он өҫтәп йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер аҙ ял иттергәс йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ, эслеген һалабыҙ һәм 180 градуслы мейестә 40-50 минут самаһында бешереп алабыҙ. Хатта бик тәмле була! Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал