Башҡортостан ҡыҙы

@bashkizi
Фото 22 ноябрь - улдар көнө! Улдарыбыҙ көслө, шәп, ныҡ, яуаплы булып үҫһен. Илебеҙҙең, ғаиләһенең ныҡлы терәге булһын. Оҙон ғүмерле, бәхетле, сәләмәт булһын!😍 💖💖💖💖 Күҙе уйнай, күҙе яна башлай, Күктә осҡос күрһә, малайҙың. Моғайын да, шулай күҙе баҙлап, Урағына баҫыр ул айҙың. Бағыр ергә, ниндәй уйынсыҡ, тип, Аҫтын-өҫтөн айҡап ҡарар ул, Ниңә бында артыҡ нәмә күп, тип Заманынан бер көн һорар ул. Ул таҙартыр уны сүп-сарҙарҙан, Һәр урында баҡса үҫтерер, Әкиәттәге һарайҙарҙы һалыр, Төҫө уңған ергә төҫ бирер. Уйнап туйһа әгәр ере менән, Алыҫ йондоҙҙарға һикерер, Тыуған ерен сәңгелдәге итеп, Киң йыһанды тыуған ил күрер... Яңғыҙ ятмаһын, тип, ай урағы, Һалыр уға ерҙең сүкешен... Ә хәҙергә – оса-оса йоҡлай, Тик дулама улай, сеү, кешем!.. Рәми Ғарипов ———————— 💥💥💥💥 Ғорурланам һинең менән, улым, Шатланам мин һәр бер үреңә. Йәшә, улым, һис тайпылма ситкә, Хоҙай һаулыҡ бирһен үҙеңә. Һәр ҡатын-ҡыҙ әсә бәхетен күрһен, Улың булыу үҙе ҙур бәхет. Әсәң булыуыңа мин ҡыуанам, Улым менән һәр саҡ йыуанам. Алдарыңда яҡты хыялдарың, Өмөттәрең көслө, юлың төҙ. Шуғалыр ҙа минең күңелем тыныс, Мәғәнәле йәшәү бирә көс. Иҫтәремдә бик йәш бала сағың, Сабыр ғына үҫмер йылдарың. Үҙәгемде өҙөп, әсәй, тиеп, Ҡәҙеремде белеп торғаның. :Хәлимә Ғәббәсова
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал