БСТ | Яңылыҡтар
Белем көнөндә Өфөлә төҙөкләндерелгән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ишектәрен асты
Белем көнөндә Өфөлә төҙөкләндерелгән мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ишектәре асылды. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге 40-сы мәғариф үҙәге уҡыусыларын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе малай-ҡыҙҙарға, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә уңышлы уҡыу йылы теләп төҙөкләндерелгән мәктәп бинаһын ҡараны. Белем көнө республиканың башҡа район-ҡалаларында ла йылдағыса байрамса кәйефтә үтте. Бөтә мәктәптәрҙә республика башлығының ҡотлау мөрәжәғәте күрһәтелде. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал