БСТ | Яңылыҡтар

@bstnews
Видео Өфөлә ғалим-философ Зөһрә Рәхмәтуллинаның юбилейына арналған ғилми ултырыш үтте Фәлсәфәүи тормош мәктәбе. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында билдәле ғалим-философ, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Зөһрә Рәхмәтуллинаның юбилейына арналған киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Зөһрә Йыһанур ҡыҙы философия, мәҙәниәт һәм тәрбиә мәсьәләләренә арналған 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар һәм уҡыу ҡулланмалары авторы. Уның етәкселегендә ике тиҫтәләп фән кандидаты һәм докторы әҙерләнгән.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал