БСТ | Яңылыҡтар
✅ Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә һорауҙар 2026 йылдың 10 ноябре 19:00 тиклем ҡабул ителә
– Тәүҙә исем-фамилияғыҙҙы, атайығыҙҙың исемен, ауыл йәки ҡала, районығыҙҙы әйтегеҙ, артабан һорауығыҙҙы бирегеҙ.
– Видеоның оҙонлоғо бер минуттан артыҡ булмаһын.
– Яҡты бүлмәлә төшөрөгөҙ. Һорау биреүсенең йөҙө асыҡ күренһен, күләгә төшмәһен.
– Тәҙрә, лампа йәки башҡа көслө яҡтылыҡ сығанаҡтарына ҡаршы төшөрмәгеҙ.
– Видеоны яҙҙырғанда йәиһә телефондың алғы камераһына селфи режимында төшөргәндә, телефонды горизонталь тотоғоҙ. Ҡыбырлатмағыҙ.
– Видео урамда яҙылһа, һеҙҙең тауыш яҡшы ишетелергә тейеш. Мөмкин булһа, микрофон ҡулланығыҙ.
– Һорауҙы бер төркөм кеше бирһә, һәр береһенең йөҙө асыҡ күренһен, тауышы яҡшы ишетелһен.
– Видеоны бер план менән төшөрөгөҙ, ебәрер алдынан монтажламағыҙ.
– Яҙмаға музыка һалмағыҙ. Сит тауыштар булмаһын.
– Видео аҙағында һорауҙың Радий Хәбировтың 2026 йылдағы тура бәйләнеше өсөн икәнен мотлаҡ әйтегеҙ.
Тура бәйләнеш 2026 йылдың 11 ноябрендә 19:00 башлана. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал