АРҠЫРЫ ТЫРМА

@channel_Arkiri
Ололар көнө менән! Һеҙ — ғаиләбеҙҙең терәге, тормошобоҙҙоң аҡыллы кәңәшселәре, яҡты хәтирәләр һәм изге йолалар һаҡсылары. Һеҙгә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр яңы көнөгөҙ яҡындарығыҙҙың хәстәрлеге, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең йылмайыуы менән башланһын. Өйөгөҙҙән – ҡот, йөрәгегеҙҙән – йылы, күңелегеҙҙән өмөт бер ваҡытта ла китмәһен. Тормош юлығыҙҙағы матур хәтирәләр күңелегеҙҙе йылытып торһон, ә киләсәк көндәр тик шатлыҡлы хәбәрҙәр, бәхетле осрашыуҙар һәм ҡыуаныслы ваҡиғалар алып килһен! 😍Каналыбыҙҙы ҡарап барыусы оло йәштәге дуҫтарыбыҙға был матур һүҙҙәр. Һәр көн бәхетле йәшәгеҙ!
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал