КЕШЕ һәм ЯЗ
Бына һиңә, мә: психоз!?
КЕШЕ: Ғалимдар «Яһалма зиһен психозы» күренешен өйрәнгән: чат-боттарҙың яңылыш, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән фекерҙәрҙе көсәйтеүе мөмкин.
Тикшеренеүселәр пациенттарҙың 578 меңдән ашыу яҙмаһын өйрәнгән һәм табиптар тарафынан раҫланған осраҡтарҙы асыҡлаған. Был осраҡтарҙа чат-боттар менән аралашыу пациенттарҙың ысынбарлыҡҡа тап килмәгән ышаныуҙарын көсәйткән, хатта ҡайһы берҙә уларҙың барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған. Был күренеште «яһалма зиһен психозы» тип атағандар.
Пациенттарҙың 61 процентында психоздың был тәүге осрағы булған. Осраҡтарҙың яртыһынан күбеһе ChatGPT менән аралашыуға бәйле.
Был нейроселтәрҙең бөтә кеше өсөн дә хәүефле булыуын аңлатмай. Әммә психик тайпылыштарға бирешеүсән кешеләрҙә улар психозды ҡуҙғытыусы факторға әүереүе мөмкин.
Шуға күрә, әгәр чат-бот менән һөйләшеүҙең сәйер йүнәлеш алыуы, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән фекерҙәрҙе көсәйтеүе һиҙелһә, аралашыуҙы ваҡытлыса туҡтатып тороу яҡшыраҡ. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал