Башҡорт донъяһы
📌 Башҡорт кейеме Мари Республикаһында еңеү яулаған.
Йошкар-Ола ҡалаһында "Калык вургем пайрем унала ўжеш" - Милли кейем байрамы ҡунаҡҡа саҡыра тигән фестиваль-конкурс үткән. Ул Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған. Бында Рәсәйҙән иң яҡшы оҫталар һәм дизайнерҙар йыйылған.
🔥 Башҡортостандан "Селтәр" башҡорт халыҡ кейеме халыҡ студияһы ике номинацияла ҡатнашҡан.
🔹 "Сәхнә костюмы" номинацияһында кейеҙҙән эшләнгән кейемдәр барыһын да таң ҡалдырған.
🔹 "Традицион кейемдәр репликаһы" номинацияһында "Башҡорттарҙың 7 ырыуы" коллекцияһы 3-сө урын яулаған. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал