Башҡорт донъяһы

@channel_bashkortdonja
Видео 📌 "Мин һәр саҡ башҡорттарҙа кейем мәҙәниәтенең ни тиклем уйланылған, технологик һәм эстетик яҡтан тәрән булыуына хайран ҡалам. Ата-бабаларыбыҙ төрлө материалдар менән эш итә белгән, ғәжәйеп биҙәүестәр эшләгән", - ти Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, ҡулына Айгөл Камалиеваның китабын алып. 🔹 Белеүегеҙсә, был "Сулпылар ни тураһында сыңлай. Башҡорт кейеме биҙәлеше" китабы яңыраҡ донъя күрҙе. 🔹 Радий Фәрит улы биҙәү-ҡулланма сәнғәтен, һөнәрселекте тергеҙеү, үҫтереүгә ярҙам буласаҡ, тип вәғәҙә иткән. 📍 Тулыраҡ - видеояҙмала ҡарағыҙ.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал