Ислам дине
Кеше вафат булғас
✔️Кеше вафат булғас, уң яғын ҡиблаға ҡаратып (ҡәбергә ҡуйған кеүек) аяҡтарын һуҙып, ҡулдарын янбаштары буйлатып һалып ҡуялар.
✔️ Шунан күҙҙәрен йомдороп, ауыҙын ябып, эйәгенән ауыҙы асылмаҫлыҡ итеп, бер яулыҡ менән бәйләргә кәрәк.
✔️Әгәр мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, башына яулыҡ ябындыралар.
✔️Күкрәге ҡабармаһын өсөн, мәйет өҫтөнә ҡайраҡ кеүек ауыр әйбер һалалар. Тоҙ һалыу гонаһтыр.
✔️Аҙаҡ яҡын туғандарына үлеме тураһында хәбәр итәләр.