Ислам дине
Мәйетте кәфенгә төрөү тәртибе
✔️Башта таҙа урынға берәр юрған йәки одеял түшәп, уға тап йәки нәжес төшмәһен өсөн өҫтөнә полиэтилен (йә клеенка) йәйәләр.
✔️Мәйетте ҡәбергә төшөрөү өсөн әҙерләнгән 3-4 метр оҙонлоғондағы 3 таҫтамалдың береһен мәйеттең яурыны, икенсеһе биле, өсөнсөһөн тубыҡтары тапҡырына тура килтереп арҡыры һалырға, остарын бер аҙ төрөргә.
✔️Хирҡа (билбау) бил тәңгәленә ҡуйыла.
✔️Кәфендең башта оҙонорағын, уның өҫтөнә ҡыҫҡарағы йәйелә. Әгәр мәйет ҡатын-ҡыҙ булһа, бөркәнсек (яулыҡ) һалына. Былар өҫтөнә ахирәт күлдәген, мәйеттең башынан кейҙерер өсөн ҡырҡылған ерен башы тапҡырына тура килтереп, яртыһын буйлатып йәйеп, ә икенсе яртыһын башы тәңгәленә бөкләп һалып ҡуйыла.
✔️Шунан мәйет әҙер кәфен өҫтөнә һалына, әгәр ҡатын-ҡыҙ икән, сәстәрен тарамай ғына икенән үреп күкрәге өҫтөнә һалып ҡуялар.
✔️Ахирәт күлдәген ҡырҡылған еренән мәйеттең башын сығарып өҫтөнә ябалар.
✔️ Ауыҙы асылмаһын өсөн, эйәгенән башына ҡәҙәр сепрәк менән бәйләп ҡуйып, яулыҡ бөркәндерелә.
✔️Беренсе ҡат кәфендең тәүҙә һул яғы ябыла, мәйеттең йөҙө лә ябыла. Шунан һуң уң яғын ябалар.
✔️Икенсе ҡат кәфендең дә башта һул яғын, шунан уң яғы ябыла.
✔️Артабан хирҡа (билбау) ябып бәйләнә, шулай уҡ кәфенде мәйеттең баш осонан һәм аяҡ осонан алдан әҙерләнгән сепрәк менән бәйләп ҡуялар.
✔️Шунан әҙерләнгән таҫтамалдар мәйет өҫтөнә һалына һәм мәйетте япмаға (йәки идеалға, йәки юрғанға, йәки балаҫҡа) төрөлә,зыяратҡа алып барғанда асылып китмәһен өсөн аяҡ яғынан бәйләнә.
✔️Мәйетте өйҙән алып сыҡҡанда аяҡ яғы менән алып сығалар. Зыяратҡа алып барғанда баш яғы менән алып баралар.
✔️Мәйетте ерләүҙе мөмкин ҡәҙәре ашыҡтырыу хәйерле, сөнки инде ул ер кешеһе, үҙ урынына ашыҡтырыу яҡшы.