Ислам дине
Ололарҙы хөрмәтләү
Ололарҙы хөрмәтләү — Ислам динендә бик әһәмиәтле төшөнсә, был ғәмәл имандың һәм Аллаһ Тәғәләне ололауҙың бер күрһәткесе булып тора.
📌Һөйөклө Пәйғәмбәребеҙ ﷺ оло йәштәгеләргә абруйлы мөнәсәбәт һәм рәхимлелек күрһәтеү тураһында байтаҡ хәҙистәр әйтеп ҡалдырған:
📚«Ололарға хөрмәт, кеселәргә шәфҡәт (рәхимлек) күрһәтмәгәндәр – беҙҙән булмаҫ»
Бохари
📚 «Бәрәкәт өлкәндәрегеҙ менән булыр»
Ибн Хибат
📚«Аллаһты маҡтауҙарҙың береһе булып сәстәренә сал кергән мосолманға ихтирамлыҡ тора»
Әбү Дауыт.
Әбү Муса әл-Әшғәри һөйләүенсә, Аллаһтың рәсүле ﷺ әйтте: "Мосолман ҡартын, Ҡөръән белгесен һәм ғәҙел етәксене хөрмәтләү Аллаһты бөйөкләү булып һаналалыр»
📚Әбү Дауыт, Бәйһаҡи
📌Ислам динебеҙ ололарыбыҙҙы хөрмәтләүгә һәм ҡайғыртыуға өндәй. Имен тормошобоҙ һәм аяҙ күгебеҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән беҙ уларҙы ҡәҙерләргә тейешле.
🤲Бигерәк тә ата-әсәләрҙе. Беҙ улар алдында түләп бөтөрмәҫлек бурыслы һәм уларҙың доғаларында йәшәйбеҙ. Аллаһы Тәғәлә беҙҙе атай-әсәйҙәребеҙҙең итәғәтле балалары булырға һәм уларҙың йөҙҙәрендә шатлыҡтар ғына күрергә насип итһен. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал