«Йүкә телефон»
19 авгусҡа йондоҙнамә
♈️ Ҡуҙы
Отпускыла булһағыҙ, бөгөн әүҙем ял итеү файҙалы булыр, Әгәр эштә икәнһегеҙ, ҡайтҡас ял итергә лә ятмағыҙ, диванда аунау бөгөн сәләмәтлеккә лә, күңел торошона ла файҙа килтермәҫ.
♉️ Буға
Башланғыстар яза менән тамамланыуы һәм етәксенең кире реакцияһын тыуҙырыуы ихтимал, шуға күрә тыныс һәм ашыҡмай эшләргә, хеҙмәттәштәр массаһынан айырылырға маташырға кәрәкмәй.
♊️ Игеҙәктәр
Көн дауамында бер генә һөнәри йүнәлешкә иғтибарҙы туплау мөһим һәм тик шуның менән генә шөғөлләнеү — бер юлы бер нисә бурысты башҡарып, көсөгөҙҙө таратырға ярамай, һөҙөмтәлә береһен дә үтәмәү ҡурҡынысы бар.
♋️ Ҡыҫала
Иртәнән алып һеҙҙе сорнап алған энергияны экономияларға кәрәк, исраф итһәгеҙ, бик тиҙ «хәлдән тайып», планлаштырғандың барыһын да эшләй алмаҫһығыҙ.
♌️ Арыҫлан
Ҡапыл килеп сығып, һәр ваҡытта ла күңелле булмаған хәлдәр булыу ихтималлығы арҡаһында, сәйәхәтме ул, командировкамы — теләһә ниндәй сәфәрҙән баш тартыу йә 1-2 көнгә күсереү хәйерлерәк.
♍️ Ҡыҙ
Бөгөн етди ҡарарҙар ҡабул итмәгеҙ, улар хаталы булырға мөмкин.
♎️ Үлсәү
Яҡын кеше менән аралашыуҙы мөмкин тиклем сикләргә кәрәк, бөгөн юҡ-барҙан килеп сыҡҡан ыҙғыш уның менән мөнәсәбәттәрегеҙҙе оҙаҡҡа боҙор.
♏️ Саян
Тирә-яҡтағылар ебәргән ике мәғәнәле һәм хәүефле шаяртыуҙарға бөгөн иғтибар итмәгеҙ, был бары тик провокация.
♐️ Уҡсы
Уңышһыҙ эшкә бөгөн мөмкин тиклем аҙ ғына ваҡыт бүлергә, максимумды ғаиләгә һәм өйгә бүлергә кәрәк, йорт хужалығы менән шөғөлләнеү, балалар менән аралашыу өсөн яҡшы көн.
♑️ Ылаҡ
Һеҙҙең — экономиялы — билдә вәкилдәрен был көндә туҡтауһыҙ аҡса туҙҙырыу теләге солғап алыуына ҡарамаҫтан, аҡсаға һаҡсыл ҡарарға кәрәк — бюджеттан ныҡ ситкә тайпылыу ҡурҡынысы ҙур.
♒️ Һыуғояр
Йондоҙҙар һеҙгә оҙайлы килешеүҙәр төҙөүҙән һәм етди перспективалы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыуҙан баш тартырға кәңәш итә — тегеләре лә, былары ла тәү ҡарашҡа күренгәнсә отошло булмауы ихтимал.
♓️ Балыҡ
Яҡындарҙың, айырыуса оло йәштәгеләрҙең, тупаҫ белдереүҙәренә ҡырҡа яуап бирергә ярамай — улар бөгөн яуыз ниәтһеҙ һәм уйһыҙ әйтелә — был бары тик ахмаҡлыҡ. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал