Икәү генә белер серҙәр бар
Рәхмәт һеҙгә, серҙәштәрем! ❤️
Кисә «Буштан админдың эсе боша» тигән постыма матур кәңәштәрегеҙҙе, йылы һүҙҙәрегеҙҙе яҙған һәр бер серҙәшемә ихлас күңелдән ҙур рәхмәт әйткем килә! 🙏❤️
Һәр комментарийығыҙҙы уҡып, күңелемә әллә күпме көс, дәрт һәм илһам алдым. Ҡайһы бер һүҙҙәрегеҙ хатта иңемә ҡанат ҡуйғандай булды! 🪽✨
Шулай һәр ваҡыт бер-беребеҙгә йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Кемгәлер һеҙҙең бер генә матур һүҙегеҙ, бер генә изге кәңәшегеҙ ауыр көнөн еңелерәк үткәрергә, күңеленә өмөт һәм көс табырға ярҙам итеүе мөмкин. 🌿
Һәр саҡ бер-беребеҙгә терәк булып, серҙәребеҙҙе уртаҡлашып, шатлыҡтарыбыҙҙы бүлешеп, күңелдәребеҙҙе йылытып йәшәйек, серҙәштәрем! 🫶❤️
Һеҙ барҙа — был төркөмдөң йылыһы бар. Рәхмәт һеҙгә! 🌸