Икәү генә белер серҙәр бар

@channel_serle
Тормошомдың шаҡ ҡатырлыҡ ауыр мәлендә инет тулҡынында танышып, яҙышып 4 айҙан осраша башланыҡ. Мин үҙ хәлемде тик уға ғына һөйләй инем, ул да тормошона зарланды. Осрашыуҙар тәмле булды. Мин мөккибән китеп яраттым, ул да шулай тине тик тора бара икенсе ҡатын-ҡыҙҙар менән яҙышҡанын белдем. Минең өсөн аңлауы ҡыйын ине, нисек инде бергә ләззәтләнеп яратышҡан кешең булғанда икенселәрҙе уйларға, бәйләнеш тоторға була тип. Тимәк мин уға яратып йөрөгән ҡатындарын алмаштыра, оноттора алмағанмын. Үҙе яратам тиһә лә, ышаныу бөтөнләй юғалды һәм һөйөүемдә һүрелде ул кешегә, ә бит мин уның өсөн барыһына ла әҙер инем, риза инем. Әле оноторға, уйламаҫҡа тырышып ятҡан сағым. Тағы ла бер, иҫәр кеүек һөйөү утына бирелһәмме, кәрәге генә юҡ икән... Бәхетле булһын, многочисленный ҡатындары араһынан иң һәйбәтен яулап ала алһын!!!
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал