Тәмле табын

@channel_tamletab
Видео «Цезарь» салаты 1 баш пекин кәбеҫтәһе 100-150 г Черри помидорҙары, 300 г тауыҡтың түш ите, 6 – 8 дана йомортҡа, 3 - 4 телем аҡ икмәк (батон), 50 - 70 г сыр, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы, самалап тоҙ, тәмләткестәр. Соус өсөн: 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1 ҡалаҡ лимон һуты, 1 балғалаҡ гәрсис (горчица), 1 бүлкәт һарымһаҡ, 1 ҡалаҡ зәйтүн майы, самалап тоҙ һәм ҡара борос. Әҙерләү: Тауыҡ итенә тоҙ һәм тәмләткестәр һибегеҙ. Табала үҫемлек майында ике яғын да алтынһыу төҫкә ингәнсе ҡыҙҙырығыҙ. Һыуынғас, йоҡа телемдәргә турағыҙ. Аҡ икмәкте шаҡмаҡлап турағыҙ. Уны әҙ генә май һалынған табала кетерләп торғансы ҡыҙҙырығыҙ. Шулай уҡ 180 °C-ҡа тиклем йылытылған мейестә 8–10 минут бешерергә мөмкин. Соус әҙерләү өсөн майонез, лимон һуты, гарсис, иҙелгән һарымһаҡ һәм зәйтүн майын бергә ҡушып болғатығыҙ. Тәменсә тоҙ һәм борос өҫтәгеҙ. Салат япраҡтарын йыуып, салфеткалар менән яҡшы итеп киптерегеҙ. Уларҙы ҡул менән эре киҫәктәргә өҙөп, тәрилкәгә һалығыҙ. Өҫтөнә тауыҡ ите, урталай бүленгән черри помидоры һәм ҡыҙҙырылған икмәк киҫәктәрен һалығыҙ. Салатҡа соус ҡойоғоҙ һәм өҫтөнә ҡырылған сыр һибегеҙ. Салатты әҙерләгәндән һуң шунда уҡ табынға бирегеҙ. Ашығыҙ тәмле булһын 🤗
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал