Тәмле табын
Файҙалы десерт
Тәмле һәм файҙалы десерт өсөн
120 г банан,
100 г һоло яҫмығы (овсянка),
100 г кишер,
1 йомортҡа,
100 г грек йогурты,
20 г сәтләүек,
0,5 балғалаҡ дәрсен (корица)
0,5 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс,
1 балғалаҡ бал кәрәк.
Бананды иҙеп пюре эшләйбеҙ, уға йогурты, бал, йомортҡа, ҡырғыстан үткәреп кишер ҡушабыҙ.
Дәрсен, ҡамыр ҡабартҡыс ҡушылған, блендерҙа йәки ҡәһүә тартҡыста (кофемолка) тарттырылған һоло яҫмығын ҡушабыҙ ҙа, яҡшылап бутайбыҙ.
Формаға һалып, өҫтөн сәтләүек менән биҙәгәс, мейестә 180 градуста 40 минут бешерәбеҙ.
Йәки аэрогрилдә 170 градуста 40 минут тотабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🫖☕
🥰 Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал