Тәмле табын
Иртәнге ашҡа -
грузин ачмаһы
А́чма - ул грузин халҡының милли ризығы, сыр менән әҙерләнгән сөсө ҡамырҙан күп ҡатлы пирог.
Ингредиенттар
(3–4 порцияға):
* Эремсек 5% — 200 г
* Йомортҡа — 2 дана
* Һөт 3,2% — 150 мл
* Сыр — 100 г
* Йоҡа лаваш — 150 г
* Тоҙ, борос — тәменсә
Эремсеккә йомортҡа, һөт, ҡырғыс аша үткәрелгән сыр, тоҙ, борос ҡушырға.
Артабан йоҡа әрмән ләүәшен ваҡ киҫәктәргә ҡул йә бысаҡ менән бүлгеләргә.
Барыһын да яҡшылап бутайбыҙ, формаға һалабыҙ һәм 30 минутҡа мейескә оҙатабыҙ.
Аштарығыҙ тәмле булһын Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал