Тәмле табын

@channel_tamletab
Видео Тауыҡлы креп Түбәндәге күләм ризыҡтарҙан диаметры 25 см булған табала 8 ҡоймаҡ сыға. Ҡоймаҡтар өсөн: 2 йомортҡа 450 мл һөт 150 г он 8 г тоҙ 20 мл үҫемлек майы кәрәк. Ҡамыр әҙерләү: Ҡоймаҡ өсөн ингредиенттарҙы тәран һауытҡа һалып, блендер менән туғығыҙ, ҡыҙған табала уртаса утта ике яҡлап ҡыҙҙырығыҙ, ҡатып ҡалмаһын өсөн, эҫе килеш өйөп һалығыҙ. Бешамель соусына: 2 ҡалаҡ аҡ май 3 ҡалаҡ он 3 стакан һөт Тоҙ + мускат сәтләүеге (ҡара борос та бара) алына. Соус әҙерләү: табала майҙы иретегеҙ, ондо өҫтәп, еңелсә алһыуланғансы ҡыҙҙырығыҙ, шунан һуң эҫе һөт ҡойоп, ҡуйырғансы бешерегеҙ, уттан алығыҙ, тоҙ һәм мускат сәтләүеге өҫтәгеҙ (төйөрлө булмаһын өсөн гел болғатып тороғоҙ). Тауыҡ ите фаршы өсөн: 1 кг тауыҡ боттары (филе бедра) - шаҡмаҡлап туралған, 1 ҡыҙыл һәм 1 йәшел татлы борос 1 уртаса баш һуған, 2 бүлкәт һарымһаҡ (ваҡ итеп туралған), 5 ҡалаҡ зәйтүн майы, ярты стакан шыйыҡ ҡаймаҡ йә һөт өҫтө (сливки) (ҡаймаҡ урынына шул уҡ күламдә эҫе һөт өҫтәргә мөмкин), ҡара борос, тимьян, карри, тоҙ (тәменсә) кәрәк була. Фарш әҙерләү: Ҡаймаҡтан һәм тәмләткестәрҙән башҡа бөтә ингредиенттарҙы ныҡ ҡыҙған табала ҡыҙҙырып алығыҙ, шунан ҡалған ингредиенттарҙы өҫтәп болғатығыҙ. Блюдоны йыябыҙ: Видеолағы кеүек ҡоймаҡтар эсенә эслекте урынлаштырығыҙ, өҫтөнә һибергә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы онотмағыҙ, алдан 180 градусҡа тиклем йылытылған конвекциялы мейестә алтынһыу төҫкә ингәнсе бешерегеҙ. Тәмле булһын 🥞
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал