Тәмле табын
Картуф һәм сыр йәймәһе
Ҡамыр өсөн:
Һөт — 200 мл
Үҫемлек майы — 2 ҡалаҡ,
Тоҙ — 0,5 балғалаҡ
Сода — 0,5 балғалаҡ
Он — 300 г
Эслек өсөн:
Картуф — 1 кг
Сулугуни сыры — 400 г
Тоҙ/борос
Әҙерләү:
1. Картуфты тоҙлап, бешереп алабыҙ һәм иҙмәһен эшләйбеҙ. Сырҙы ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Ҡамыр баҫабыҙ һәм 30 минутҡа ял итергә ҡуябыҙ.
2. Ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ, йәйәбеҙ һәм эслекте лә икегә бүлеп һалабыҙ: тәүҙә сыр, унан һуң картуф иҙмәһе, өҫтөнә тағы ла сыр. Ҡоро табала ике яҡлап бешерәбеҙ.
3. Картуф бешеп сыҡҡас, һары йәки аҡ май менән майлайбыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал