Тәмле табын
Шарлотка
Админ:
Хөрмәтле дуҫтар, үҙем бешереп ҡараған, һыналған рецепт тәҡдим итәм.
Рецепт нисек бирелгән, шулай яҙам, әммә мин бер аҙ үҙгәрттем.
Шәкәрҙең көрәнен аҡ менән алмаштырып та бешереп ҡараным, әммә көрән шәкәр менән ул һорғолт төҫтә килеп сыға, шунлыҡтан какао ҡушылған кеүек, тик какао тәме юҡ.
Миндаль оно урынына бойҙай онон һалдым.
Кәрәк була:
150 г аҡ шәкәр,
150 г көрән (коричневый) шәкәр,
5 йомортҡа,
200 г бойҙай оно,
100 г миндаль оно,
6 г ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель),
4-5 алма.
Йомортҡа менән шәкәрҙе миксерҙа күпергәнсе туғыйбыҙ.
Туғылған массаға он, ҡамыр ҡабартҡыс һалабыҙ һәм бер төрлө булғанға тиклем бутайбыҙ.
Алмаларҙы ваҡ киҫәктәргә турайбыҙ.
Табаға ҡамырҙы ҡоябыҙ һәм алма киҫәктәрен һалабыҙ.
Шарлотканы 180 градуста яҡынса 50 минут бешерәбеҙ. Табынға ҡуйыр алдынан аҙ ғына һыуытабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын ☕ Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал