Тәмле табын
Итле пирожки
Ҡамыры өсөн:
500 мл ҡатыҡ,
2 йомортҡа,
1 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс (разрыхлитель),
1 балғалаҡ тоҙ,
4–5 ҡалаҡ үҫемлек майы,
ҡамыр ҡулға йәбешмәҫлек булғансы он.
Эслек өсөн:
500 г ит фаршы
500 г тоҙланған кәбеҫтә,
1/2 баш һуған,
2 бүлкәт һарымһаҡ,
бер аҙ тоҙ,
самалап ҡара борос.
Ҡатыҡ алабыҙ, уға 2 йомортҡа һытабыҙ. Ҡамыр йомшартҡыс, тоҙ, 4-5 ҡалаҡ үҫемлек майы өҫтәйбеҙ. Һәм барыһын да яҡшылап бутайбыҙ. Шунан уға он ҡушабыҙ. Ондоң күләме ҡамырҙың ҡуйылығына ҡарап алына. Ҡулға йәбешмәгән ҡамыр килеп сығырға тейеш. 10-15 минут ял иттерәбеҙ.
Эслек эшләйбеҙ. Ярты баш һуғанды һәм ике бүлкәт һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Һәм алтынһыу төҫ ингәнсе ҡыҙҙырабыҙ.
Уға шул уҡ 500 грамм ит фаршын һалабыҙ. Уға шул уҡ 500 грамм тоҙланған кәбеҫтәне ҡушабыҙ. Һәм барыһын да 10-15 минут быҡтырабыҙ. Бер аҙ тоҙ, яҡшы ғына итеп ҡара борос өҫтәйбеҙ. Ҡулдарыбыҙҙы үҫемлек майы менән майлайбыҙ һәм ҡамырҙы бәләкәй генә йомарлаҡтарға бүләбеҙ. Уҡлау ярҙамында был йомарлаҡтарҙы йоҡа ғына итеп йәйәбеҙ, уртаһына эслеген һалабыҙ. Шунан һуң уларҙы ҡыҙған майға төшөрәбеҙ һәм ни бары 2-3 минут ҡыҙҙырабыҙ.
Ләкин уларҙы мейестә лә бешерергә мөмкин. 180 градусҡа ҡуйып, 15-20 минут бешерәһегеҙ.
Тәмле булһын 🤗 Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал