«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
📌 Программа финалсыһы БДМУ-лағы яңы йүнәлеш тураһында һөйләне
“Башҡортостан геройҙары” кадрҙар программаһы финалсыһы Алина Маннанова Башҡорт дәүләт медицина университетының Тактик медицина буйынса уҡыу үҙәге эшендәге яңы йүнәлеш тураһында һөйләне. Был турала “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы үҙ төркөмөндә хәбәр итә.
📍“Рәсәй 24. Башҡортостан” телеканалының “Позывной УФА” тапшырыуында ҡатнашып, Алина Маннанова пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итергә өйрәтеү күнекмәләре һәм уларҙы медицинала ҡулланыу хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ үҙәктең ике йыллыҡ эше йомғаҡтары менән таныштырҙы.
📍2024 йылдың сентябренән алып ике меңдән ашыу буласаҡ табипҡа белем бирелгән; граждандар, уҡыусылар һәм йәштәр өсөн үҙ-үҙеңә һәм үҙ-ара беренсе ярҙам буйынса 50-нән ашыу оҫталыҡ дәресе үткәрелгән; республика ойошмалары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өсөн 20 уҡытыу семинары ойошторолған. БР Хәрби комиссариаты, БР буйынса МХО ветерандары ассоциацияһы, “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы һәм Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркы менән хеҙмәттәшлек итеү яйға һалынған.
✅Мәғлүмәт, фото: vk.com/geroi_bashkortostana Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал