«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
🔥 Бер нисә районда тәбиғәт янғындары ҡотора
🚒 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура райондарында өс янғын сығанағы ауыҙлыҡланған, ә Белорет районында утты һүндереүҙе таулы ерҙәр ҡатмарлаштыра. Ауылдарға хәүеф янамай. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә.
⚡ Мәләүез, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бүздәк, Ейәнсура һәм Учалы райондарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән.
📌 9 сентябрҙә 13 муниципаль берәмектә – Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка райондарында 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана, Хәйбулла районында 5-се класлы тип баһалана.
❗Ут менән шаярмағыҙ!
Фото: @mchsrb Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал