«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
✨ Өфө кампусы барыһын да тартып торған үҙәк буласаҡ
Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы үҙен Башҡортостандың инновациялар һәм заманса белем биреүҙе үҫтереү үҙәге булараҡ таныта бара. Бында уҡыу, фән һәм бизнес берләшә. Белем биреү, теория һәм практика йәһәтенән донъя кимәлендә билдәле профессорҙар йәлеп ителә. Һәләтле уҡыусылар араһынан кампустың буласаҡ абитуриенттарын эҙләү эше даими алып барыла. Шулай уҡ бында эшҡыуарҙарға стартап һәм эре компаниялар менән хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр асыла.
Эшсе төркөм бурыстарын атҡара
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Андрей Назаров донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Өфө вуз-ара кампусы төҙөлөшө буйынса эшсе төркөмдө етәкләне. Был хаҡта ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендәге яҙмала уртаҡлашты.“Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Рәйес итеп һайланғандан һуң журналистар минән “Артабан вуз-ара кампус менән шөғөлләнәсәкһегеҙме?” тип һораны. Был эште, хеҙмәт бурыстарына ярашлы, Хөкүмәттә саҡта алып барҙым. Республика Башлығы Радий Хәбиров эшсе төркөм булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итте, уны етәкләйем, шуға күрә минең яҡтан контроль ҡаласаҡ.Кампус – ул ябай ғына төҙөлөш түгел, ә студенттар, фән, республика киләсәге. Әлеге ваҡытта майҙансыҡта ниндәй эштәр бара? Бөтә башнялар ҙа ҡалҡып сыҡты. Икәүһен быяла менән көпләү тамамланды, яҡын арала башҡаларында ла был эшкә нөктә ҡуйыласаҡ. Эске инженер селтәрҙәрен һуҙыу, биҙәкләү эштәре дауам итә. Тышҡы селтәрҙәр тулыһынса әҙер, бина барлыҡ коммуникацияларға тоташҡан. Объектта көн һайын 1300 самаһы кеше эшләй. Октябрҙә эргә-тирә биләмәне төҙөкләндереүҙе тамамлаясаҡбыҙ”, – тип хәбәр итте Андрей Назаров.
❗Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/belem-m-t-rbi/2026-10-15/f-kampusy-bary-yn-da-tartyp-tor-an-k-bulasa-4845866
📍Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал