Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите

@hakmar_gazeta
Фото Амур Әминев етәкләгән Ниғәмәт ауыл биләмәһе ауылдарҙы төҙөкләндереү, урындағы социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса маҡсатлы эш алып бара, дөйөм эшкә халыҡ та тос өлөш индерә. Ауыл биләмәһе Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә", "Иң төҙөк ауыл" проекттарында йыл да әүҙем ҡатнаша һәм ҙур еңеүҙәргә ирешә.Быйыл да улар конкурстарға ярашлы ҙур эш алып бара. Ошо көндәрҙә Түбәнге Яйыҡбай ауылы халҡы урындағы зыяратты кәртәләүҙе тамамланы, шулай уҡ Апай шишмәһенең ҡоймаларын заманса материалдар менән яңыртты. Төҙөкләндереү эштәрендә ауыл халҡы әүҙем ҡатнашты.Афарин!
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал