Газета Баймакского района, города/ Баймак гәзите
Мерәҫ балалар баҡсаһында ысын мәғәнәһендә тылсымлы дәрес үтте!
Кескәйҙәргә ҡурай — башҡорт милли музыка ҡоралы менән мауыҡтырғыс танышыу ойошторолдо.
Балалар Ирәндек тауында үҫкән ҡурай үҫемлегенең һабағын һәм үлән ҡурайҙы ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар. һабаҡты нисек ҡырҡып, киптереп, эшкәртеп, һуңынан ғына инструмент йырлай башлауын белделәр.
Ҡурай менән танышыу бының менән генә тамамланманы. Сабыйҙар ауылыбыҙ ҡурайсылары, Юлай Ғәйнетдиновтың «Ҡурай һәм ҡурайсылар» китабы менән таныштылар. Һуңынан инде башҡорт халыҡ әкиәте "Әбйәлил" һәм ҡытай халыҡ әкиәте "Сүллек бөркөтө" исемле китаптарҙың әкиәтен уҡыныҡ.
Рафиға Ғазина. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал