Совет сельского поселения Кипчакский сельсовет муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан
@id218003585_gos
Фото Яңы йылды һалымдар буйынса бурысһыҙ ҡаршылағыҙ! 2024 йыл өсөн транспорт, ер һалымдарын, мөлкәткә һалымды һәм физик шәхестәрҙең килеменә һалымды түләү ваҡыты 2025 йылдың 1 декабрендә сыҡты. Кем ваҡытында түләп өлгөрмәгән - бурыслылар иҫәбенә кереп, ваҡытында түләнмәгән һалым өсөн көн һайын пеня йыйылып барасаҡ. Әгәр 1 ғинуарға тиклем һалым буйынса бурыстар ҡапланмаһа, бындай һалым түләүселәр транспорт һалымы буйынса түбән ставканан файҙалана алмаясаҡ. Бынан тыш, һалымдарҙы ваҡытында түләмәү пеня өҫтәлеүгә, суд сығымдарына, иҫәптәге аҡсаны, мөлкәтте аресҡа алыуға, Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыуҙы тыйыуға килтерә. 2025 йылдан һалым буйынса бурыс булмағанда ғына транспорт һалымының түбәнәйтелгән ставкаһы ҡулланыласаҡ. Бындай үҙгәрештәр “Транспорт һалымы тураһында” төбәк законына индерелгән. Мәҫәлән, әгәр двигатель ҡеүәте 87 ат көсө булған Lada Granta автомобиле өсөн транспорт һалымы түбәнәйтелгән ставка буйынса йылына 870 һум тәшкил итһә, уны бурыслыға 2 175 һум түләргә тура киләсәк. Һалым бурысын тикшерергә һалым түләүсенең Шәхси кабинеты йәки уның “Налоги ФЛ” мобиль версияһы ярҙам итә. Һалым бурысы тураһында мәғлүмәт шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ла бар. Һалымды: - Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта; - "Налоги ФЛ" мобиль ҡушымтаһында; - Рәсәй почтаһы бүлексәһендә йәки Күп функциялы үҙәктә; - Банктың мобиль ҡушымтаһындағы һалым белдереүенән QR - код буйынса; - Дәүләт хеҙмәттәре порталында түләргә мөмкин. Хөрмәтле райондаштар! Һалым бурыстарын ҡапларға һәм Яңы йылды бурыстарһыҙ ҡаршыларға ашығығыҙ!
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал