МКУ Салаватский РОО
23 сентябрҙә Янғантау мәктәбендә Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы үтте
Салауат районы Янғантау ауылы урта дөйөм белеем биреү мәктәбендә мили батырыбыҙ Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләү конкурсы үтте. Был сарала 1-11 класс уҡыусылары әүҙем ҡатнашты.
1- се һанлы Малаяҙ, Арҡауыл, Әлкә, Янғантау, Малаяҙ башҡорт гимназияһы, Лағыр, Яхья. Миәшәгәр, Мөрсәлим, Тирмән мәктәптәренән килгән уҡыусылар үҙҙәренең һөйләү оҫталығын күрһәтте. Уҡыусылар батырҙың “Һандуғас”, “Егеткә”, “Уралым”, “Тыуған илем” кеүек билдәле шиғырҙарын ҙур илһам менән һөйләне.
Конкурстың төп маҡсаты – йәш быуында милли батырыбыҙҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм тасуири һөйләү оҫталыҡтарын үҫтереү. Жюри ағзалары уҡыусыларҙың әҙерлеген, шиғырҙың йөкмәткеһен аңлап еткереүен, интонация байлығын баһаланы.
Сара һөҙөмтәһе буйынса еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Был конкурс уҡыусыларҙа тыуған ергә ғорурлыҡ хисе һәм рухи байлыҡ тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаны. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал