МАДОУ Янгантауский детский сад

@id240805471_gos
Фото Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында ҙур байрам — яҡынлашып килгән,Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған сара үтте.Иртәнән үк балалар матур башҡорт милли кейемдәрен кейеп, залда йыйылдылар.Башҡорт көйө менән байрам башланып китте.Балалр тәрбиәселәре менән бергәләп Республика гимнын башҡарҙылар,пазлдарҙан дәүләт гербы һәм флаг символикаларын йыйҙылар.Тик был байрам ябай ғына үтмәне — ҡунаҡҡа урман хужаһы Шүрәле килде!Ул тылсымлы ҡурайҙың таждарын урлаған булып сыҡты! — Әйҙәгеҙ, минең менән уйнағыҙ!Мин һеҙгә эштәр бирәсәкмен,ә һеҙ үтәгеҙ.Шул осраҡта ғына ҡурай сәскәһенең таждарын кире ҡайтарам! — тигән бурыс ҡуйҙы.Балалар риза булдылар. Шүрәле төрлө һынауҙар уйлап сығарҙы:балалар йомаҡтар ҙа систеләр;тыуған Республика тураһында шиғыр ҙа һөйләнеләр;баш ҡалабыҙға арналған «Матур Өфө ҡалаһы» тигән йыр бөтә залды тултырҙы;ҡыҙҙар «Шәл бәйләнем» бейеүен башҡарғанда Шүрәле лә түҙмәне,уларға ҡушылып бейеп алды.Ә иң ҡыҙыҡлыһы «Беҙ ун ике ҡыҙ инек» тигән уйын булды.Балалар түңәрәккә баҫып, йырлап күңел астылар. Шулай итеп, балалар барлыҡ таждарҙы ла йыйҙылар.Байрам аҙағында Шүрәле балаларға рәхмәт әйтте: — Һеҙ бик шәп балалар икәнһегеҙ! Мин һеҙҙең менән уйнап бик шатландым.Ҡурай сәскәһен йыйҙығыҙ — был беҙҙең республикабыҙҙың символы!Уҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы яратығыҙ,яҡлағыҙ,һаҡлагыҙ,туған телебеҙҙе һөйөгөҙ,халҡын хөрмәт итегеҙ!Илһөйәр,телһөйәр булып уҫегеҙ!-тине. Балалар ҡыуанып ҡул саптылар. Байрам бик матур һәм күңелле үтте.Был сара балаларҙың күңелендә оҙаҡҡа һаҡланыр тип ышынабыҙ.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал