Официальный канал МАДОУ ЦРР ДС “Бэпембэ”с.Акъяр
22 октябрҙә "Аҡ торналар көнө" билдәләнә. Был иҫтәлекле көн һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу һәм хөрмәт итеүгә арналған. Аҡ торналар көнө һәләк булған яугирҙәр тураһында яҡты хәтерҙе генә түгел, ә яҡты тыныс ваҡытҡа өмөттө лә символлаштыра. "Лилиә" кескәйҙәр төркөмө балалары эшмәкәрлек барышында Марк Бернс башҡарыуында «Аҡ торналар» йырын тыңлап, һуғышта һәләк булған яугирҙарға ҡуйылған һәйкәлдәрҙең фото-һүрәтен ҡаранылар һәм аҡ торналар һүрәтен йәбештерҙеләр. Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал