АС
Администрация СП Абдулкаримовский сельсовет МР Баймакский район РБ
@id254002058_gos
Әбделкәрим ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡыуат ауылы ағымдағы йылда ла “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында йыйылды. — “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға конкурс нигеҙендә республика бюджетынан аҡсалата ярҙам бүлеүҙе күҙаллай. Беҙ беренсе йыл ғына ҡатнашмайбыҙ, йылдың-йылы Әбделкәрим ауыл биләмәһе халҡы ла был программала ҡатнаша. Берҙәм булғанда быйыл да маҡсатҡа ирешербеҙ. Көн тәртибендә биш мәсьәлә ҡаралып, урындағы халыҡ был программала быйыл да ҡатнашырға һәм иң кәрәкле янғын һүндереү ҡоролмаһы алыуҙы хупланы. Сығыш яһаусылар ошо ҡарарҙың мөһимлеген күҙ уңында тотоп, йыл әйләнәһенә янғын хәүефһеҙлеге кәрәк булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Ҡабул ителгән мәсьәләләр тауышҡа ҡуйылып, барыһы ла бер ҡарарға килде.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал