АДМИНИСТРАЦИЯ СЕЛЬСКОГО ПОСЕЛЕНИЯ 1-ИТКУЛОВСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА БАЙМАКСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
Хәйерле кис!!!
Бөгөн аҡса күсереүселәр:
42. Муллагалеева Ләйсән Иршат ҡыҙы -1000
43. Монасипов Риф Мәхмүт - 500
44. Миңғәлиева Рәғиҙә Шәфҡәт ҡыҙы - 1000
45. Азаматов Булат Тәлғәт улы -500
46. Сөләймәнова Сәрүәр Ғәлиастан ҡыҙы - 1000
47. Баязитова Гөлназ Рафиҡ ҡыҙы - 1000
48. Үтәғолова Рәзилә Хәмит ҡыҙы - 500
49. Сөләймәнова Зөһрә Ҡәнзәфәр ҡыҙы - 500
50.Исемен яҙмаҫка ҡушып -1000
51. Дәүләтбирҙина Сибәрбикә Бәхтигәрәй ҡыҙы - 500
52. Дәүләтбаева Сулпан Рыҫкилде ҡыҙы - 500
8000 һум аҡса күсерелде һәм барлығы 55500 һум аҡса йыйылды. Ниһәйәт, "Хәтер аллеяһы" өсөн тип иғлан иткән аҡса йыйыу тамамланды. Аллаға шөкөр тип әйтә алабыҙ. Ауылыбыҙ тип,уның киләсәге, матурлығы өсөн хәләл көстәре менән тапҡан аҡсалары менән бүлешкән ауылдаштарыбыҙ менән ғорурлана алабыҙ.
Халыҡтың элек-электән татыу,тырыш,дәртле икәнен беләбеҙ.Был юлы ла ауылдаштарым үҙҙәренең берҙәм һәм ярҙамсыл икәнен иҫбатланы.
Хөрмәтле ауылдаштар, күршеләр, яҡташтар!!!!
Һеҙҙең һәр берегеҙгә 1-се Этҡол ауыл хакимиәте исеменән ысын күңелдән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һәр берегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, балалар ҡыуанысы, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Эшләгән эштәрегеҙҙең, тапҡан донъяларығыҙҙың,үҫтергән балаларығыҙҙың, алған аҡсаларығыҙҙың, бер-берегеҙҙең рәхәтен, изгелеген күреп ҡыуанып- шатланып йәшәгеҙ. Донъяларыбыҙ, илебеҙ тынысланһын , һуғыш бөтһөн. Тормоштоң рәхәтен,йәмен,тәмен тойоп йәшәйек,хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ. Беҙ һеҙҙең менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ!!!