Отдел образования АМР Баймакский район РБ

@id254009720_gos
Фото #УчительВнеУрока 1-се Этҡол мәктәбенең уҡытыусыһы Йортбәков Рәсих Рәсүл улы уҡыусыларға хәрби-патриотик тәрбиә менән бер рәттән милли спорт төрҙәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Дәрестәр уҡып ҡайтҡандан һуң балалар яратҡан уҡытыусыһы йорто янына йыйылалар һәм бөгөн ниндәй уйын төрҙәренең серенә төшөнөрбөҙ тигән дәрт менән яналар. Ә ысынлапта, уларҙы бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс яңынан-яңы ҡағиҙәләр, асыштар көткән була. Үҙҙәре эшләп алған ҡулайламалар менән уратып алынған түңәрәк ысын мөғжизә майҙанына әүрелә. Унда балаларҙы һәр төрлө уйындар, ярыштар көтә. Дәрестән һуң үткән был күнекмәләр балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Сөнки балалар менән уҡ атыу, һыбай йөрөү, һыбай уҡтан атыу, милли көрәш, ауҙарыш, һөңгө, суҡмар ташлау, атта һыбай сабыу һәм башҡа төрлө милли спорт уйындары шаулап үтә. Балаларҙың һәләтен, дәртен күреп, уларҙы асырға ярҙам иткән ысын педагог бер үк ваҡытта балаларҙың күңеленә киләсәккә яҡты юл ярһа, шул уҡ ваҡытта уларҙың йөрәгендә ҙур өмөт уята. Был күнекмәләр бушҡа ғына үтмәй, район һәм республика кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашып призлы урындар яулап мәктәбебеҙгә һәм ауылыбыҙға ҙур өлөш индерәләр. Рәсих Рәсүл улы балаларға бер үк ваҡытта остаз да, тоғро дуҫ та булып тора.
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал