МОБУ Башкирская гимназия № 9 им. К. Арсланова
Шайморатовсыларыбыҙҙың сираттағы уңышы! . Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡабаттан үҙҙәренең һәләтен һәм юғары әҙерлеген иҫбатланы. Йәш шайморатовсылар Салауат ҡалаһында үткән зона «Йәйге Шайморатов уйындарында» ҡатнашып, һоҡланғыс һөҙөмтәләргә өлгәште.Хәрби-спорт уйындарында гимназиябыҙҙың 5-се «Ш» һәм 8-се «Ш» класы уҡыусылары үҙ-ара татыулыҡ, ныҡлыҡ күрһәтеп, призлы урындар яуланы!Бөйөк генерал Миңлеғәли Шайморатов исемен йөрөткән кластарҙың был еңеүе — уҡыусыларҙың, уларҙың етәкселәренең һәм тренерҙарының берҙәм хеҙмәт емеше. Намыҫлы ҡаҙаныштарығыҙ менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да яңы үрҙәр теләйбеҙ! Афарин, шайморатовсылар! 👏👏👏 Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал