МОБУ Башкирская гимназия № 9 им. К. Арсланова

@id263004848_gos
Фото 🍎 Гимназияла изгелек йәрминкәһе үтте!Бөгөн Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында матур һәм файҙалы сара — көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Был изге акцияла башланғыс класс уҡыусылары, уларҙың класс етәкселәре , гимназия уҡытыусылары һәм ата-әсәләр дәррәү ҡатнашты.Йәрминкәгә килеүселәр үҙҙәре әҙерләгән тәмлекәстәрҙән тыш, СВО-лағы яҡташтарыбыҙ өсөн ҡышҡылыҡҡа тоҙланған йәшелсәләр, төрлө салаттар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҙа алып килде. Йәрминкәнән йыйылған барлыҡ аҡса махсус хәрби операциялағы яугир яҡташтарыбыҙға ярҙамға ебәреләсәк. Үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал