МБОУ Полилингвальная многопрофильная школа №9 МР Учалинский р-он РБ
@id270408383_gos
Фото Бөгөн беҙҙең мәктәптә башҡорт теленә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Халыҡ- ара диктант яҙыу акцияһы һәм милли кейем көнөнә арналған сағыу байрам уҙҙы. Был сараға уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләр ҙә дәррәү ҡушылды. 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы туған телендә үҙ белемен һынап ҡарауы ҡыуаныслы күренеш булды. Диктант текстары өс мөһим темаға бағышланды: Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостан Республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы һәм башҡорт шағиры мәғрифәтсе Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыллығына арналды. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла әүҙемлелеге өсөн ҙур рәхмәт!Алдағы көндәрҙә лә телебеҙҙе өйрәнәйек, һөйләшәйек , һаҡлап ҡалайыҡ! Берҙәм булайыҡ, белемле булайыҡ! #башҡорттеленәндиктант #башдиктант2026 #диктантпобашкирскомуязыку
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал