Башкирская филармония
Азат Айытҡоловҡа - 70✨ Юбилей кисәһе гөрләп уҙҙы💥 Билдәле ҡурайсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Азат Айытҡоловҡа 70 йәш! Башҡорт дәүләт филармонияһында сәнғәт оҫтаһының “Моң Азаматы” тип аталған юбилей кисәһе үтте. Концерта уның ижадташ һәм сәхнәләш дуҫтары, уҡыусылары, Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары, филармония солистары һәм коллективтары ҡатнашты☝ Азат Айытҡоловтоң исеме музыка һөйөүселәргә киң билдәле. Башҡорт дәүләт филармонияһында ул 50 йылға яҡын хеҙмәт итә. Ул башҡорт музыка сәнғәтен данлап, илаһи ҡурай моңон донъя ҡитғаларында яңғыратты🎶 Тулыраҡ уҡығыҙ: https://vk.ru/wall-11876957_34135 ↩️
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал