МАОУ «УГБГ 20 им. Ф.Х.Мустафиной»
@id278052410_gos
Фото 🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️ 20-се гимназияла батырлыҡ һәм хәтер байрамы үтте... ⭐️Бөгөн 20-се гимназияла Еңеү көнөнә ✨арналған тулҡынландырғыс һәм тантаналы сара уҙҙы. ⭐️Уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген хөрмәтләү һәм халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығын иҫкә алыу өсөн бергә йыйылды. ⭐️Байрам тантанаһы "Үлемһеҙ полк" акцияһы менән башланды. Уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының һәм өләсәйҙәренең фотоһүрәттәрен тотоп, гимназия тирәләй үттеләр. Махсус хәрби операция барышында һәләк булған сығарылыш уҡыусыларыбыҙға арнап асылған таҡтаташҡа сәскәләр һалдылар һәм бер минутлыҡ тынлыҡ менән батыр яугирҙарыбыҙҙы, ветерандарыбыҙҙы иҫкә алдылар. ⭐️Байрамыбыҙҙың икенсе өлөшө " Ерҙән һалдат атлай.." патриотик йыр парады менән дауам итте. Төрлө хәрби кейемдәге гимназистар марш барышында төҙ сафтарын һәм ныҡлы рухын күрһәтте. Һәр класс тиҫтәләрсә йылдар дауамында халҡыбыҙҙың рухын күтәргән патриотик йырҙар башҡарҙы. ⭐️Беҙҙең почетлы ҡунаҡтарыбыҙ - сығарылыш уҡыусыбыҙ Бикбаев Ильдар Зиннур улы, МХО яугиры, гимназия уҡыусыһының атаһы, МХОла батырҙарса һәләк булған, гимназияны уҡып бөткән сығарылыш уҡыусыларының әсәләре булды. ⭐️Патриотик сараны Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы көслө, моңло тауышы менән Салауат Мөхәмәтйәров биҙәне. Уның башҡарыуында легендар композициялар яңғыраны. "Шайморатов генерал" һәм "Еңеү көнө» йырҙарын бөтә уҡыусылар бер тауыштан ҡушылып йырланы. ⭐️Был көн һәр беребеҙгә һуғыш тураһындағы хәтер — ул дәреслек биттәре генә түгел, ә һәр ғаиләнең шәхси тарихы икәнен тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө. ⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️⭐️ «Бер кем дә онотолмай, бер нимә лә онотолмай» #егерменселәр #бессмертныйполк #9май #еңеүкөнө
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал