МАОУ «УГБГ 20 им. Ф.Х.Мустафиной»
@id278052410_gos
Фото ✨Илебеҙҙең ҡаһарманлыҡ тарихында мәңгелек нур булып янған бер дата бар – ул Еңеү көнө. Быйыл беҙ шул оло тантананың 81 йыллығын билдәләйбеҙ. 81 йыл ваҡыт үтһә лә, һуғыштың әсе һыҙланыуҙары халыҡ күңелендә һаман да яңғырай. Ул йылдар алыҫта ҡалһа ла, әрнеүле хәтирәләр йөрәкте әле булһа телгәләй. ✨БР Милли әҙәбиәт музейы филиалында Бөйөк Еңеүҙең 81 йыл тулыу айҡанлы “Фронт хәтере” тип аталған әҙәби-музыкаль сара үтте. Әҙәби сарала Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, филология фәндәре кандидаты, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты З.А.Әлибаев, шағирә, Рәсәй Федерацияһының Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова, Ф.Х.Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 6А класы уҡыусылары (етәксеһе Хәсәнова Э.С.), М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филология факультетының “Дан” бейеү ансамбле ҡатнаштылар. ✨Уҡыусылар И.Абдуллиндың “Айһылыуҙың айлы кистәре” әҫәренән өҙөк сәхнәләштерҙеләр, яугир шағирҙарҙың шиғырҙарын, Еңеү көнөнә арналған йырҙар башҡарҙылар. ✨Сарабыҙҙы йәмләп шағирә Миңлегөл апай Хисамова, һеңлеһе Зөһрә Ҡотлогилдинаның “Беҙ - һуғыш балалары” тигән китабы менән таныштырҙы, атаһы тураһында әсенеп һөйләне һәм үҙенең һуғыш темаһына арналған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Тормош һынауҙарына бирешмәй, йәш быуынға үрнәк булып йәшәгән Миңлегөл апай менән ғорурланып, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерҙек. Уларҙың батырлығы, сабырлығы, тоғролоғо – беҙгә йәшәү дәресе. ✨Ошондай саралар быуындар бәйләнешен нығыта, күңелдәрҙе яҡынайта, илһөйәрлек рухын һаҡлай. Фронт. Тыл. Бөйөк Ватан һуғышы. Был ваҡиғалар алыҫлашҡан һайын уның ҡәҙере, хәтерҙәренең көсө арта бара. Илебеҙ тыныс булһын, ветерандарыбыҙ онотолмаһын! #егерменселәр #еңеүкөнө #деньпобеды
Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал