МАОУ «УГБГ 20 им. Ф.Х.Мустафиной»
⭐️БӨЙӨК ЕҢЕҮ КӨНӨ МЕНӘН!
⭐️Гимназия ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК акцияһына ҡушылды.
🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️
Яҙын бар тәбиғәт бөрөлә,
Батырҙар рухтары терелә,
Үлемһеҙ һалдаттар полкына
Киләсәк быуындар йән өрә.
🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️
Яуҙағы алышты һөйләргә,
Һалдаттар ҡайттылар өйөнә,
Парадта бергәләп атлауға
Һалдаттар йәндәре һөйөнә.
🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️
Диңгеҙҙәй тулҡына илемдә
Үткәндәр,бөгөнгө бер сафта,
Олатай, ейәндәр бер булып
Атлайҙар үлемһеҙ полкта.
🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️🎖️
Һалдаттар, һалдаттар, һалдаттар..
Яңынан сафтарға баҫтылар,
Мәңге тере булып ҡалырға
Тыуған яҡтарына ҡайттылар.
Фәүзиә Ҡотлогилдина
#егерменселәр
#еңеүкөнө
#деньпобеды
#мыпомним
#бессмертныйполк Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал