Подслушано Максимовка | Новая Максимовка | Уфа | Калининский район | ЖК Нью-Йорт | Весенний | Работа | Вакансии
Максимовка | Новая Максимовка | Уфа🏡
⚠Талпан миҙгеле башланды!
🌳Талпандар ҡасан хәүефле?
Көндәр йылытып ҡар ирей башлау менән (ғәҙәттә март аҙағы — апрель башында). Әүҙемлектәренең түбәһе — май һәм июнь айҙарында. Йыл йылы килһә, иртә яҙҙан көҙ аҙағынаса хәүефле булыуҙары мөмкин.
🔍Был ни тиклем етди?
Йыл һайын республикала йәшәгән 10-12 мең кеше талпан ҡаҙалыуынан яфалана. 2025 йылда төбәктә вируслы талпан энцефалитының 14 (2024 йылда — 20) һәм йоғошло талпан боррелиозының 24 (2024 йылда — 22) осрағы асыҡланған.
Талпан энцефалиты республиканың 63 районының 10-да асыҡланған, шул уҡ ваҡытта ошо сир Башҡортостандың 42 биләмәһенә хас.
🛡 Талпандан нисек һаҡланырға?
Һаҡланыуҙың ике төп ысулы бар.
Беренсеһе — вакцинация (махсус һаҡланыу). Хәүефле райондарҙа йәшәгән йәки унда барырға йыйынған, шулай уҡ ауыл һәм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, төҙөүселәр һәм башҡа хәүеф төркөмдәре өсөн яраҡлы. Прививкаларҙы йыл дауамында яһатырға мөмкин, әммә курсты урманға йәки хәүеф зонаһына барырҙан 2 аҙна алдан тамамларға кәрәк. Талпан ҡаҙалһа, ә прививка эшләнмәгән булһа, ҡаҙалғандан алып 3 көн эсендә махсус препарат — талпанға ҡаршы иммуноглобулин (талпанды тикшергәндән һуң) һалыуҙары мөмкин.
Икенсеһе — биләмәләрҙе эшкәртеү (дөйөм һаҡлау). Парктар, скверҙар, ял базалары, балалар лагерҙары һәм башҡа урындарҙы талпанға ҡаршы махсус саралар менән эшкәртәләр.
🧤 Шулай уҡ ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү бик мөһим:
Тәнгә талпан үтеп инеүен ҡыйынлаштырған кейем — салбар балаҡтарын аяҡ кейеменә тығып, оҙон еңле күлдәк, баш кейеме кейегеҙ. Талпанға ҡаршы спрейҙар һәм кремдар ҡулланығыҙ — уларҙы кейемегеҙгә һиптерегеҙ. Талпанды ваҡытында күреп ҡалыр өсөн үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы даими тикшереп тороғоҙ.
Источник: https://vk.ru/wall-172931669_79543
________________________
👉ЗАКАЗАТЬ РЕКЛАМУ👈
👩💻Администратор канала Если у вас установлено приложение,
вы можете сразу перейти в канал